Баш ҡалала этнотуризм форумы үтә

Башҡортостанға быйыл 900 мең турист килгән. Был хаҡта бөгөн «Торатау» конгресс- холында барған дүртенсе халыҡ- ара этноруризм форумында әйтелде. Сарала Йыл маршруты -2024 11-се турист премияһы билдәләнә. Форумда Радий Хәбиров ҡатнашып туриндустрия вәкилдәре менән аралашты. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.

Тарихи-мәҙәни тирмәлә урындағы кәсепселәр оҫталыҡ дәрестәре алып бара. Бында балаҫ һуғырға, бәйләргә һәм башҡа шөгөлдәргә өйрәнеп була. Торатау геопаркында быйыл асылған комплекстың был тирмәһе халҡыбыҙ йолаларын, тарихын һәм мәҙәниәтен тәрән белгән, тыуған ерен яратҡан Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәүсе хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән ойошторолған. Геопрак хеҙмәткәрҙәре этнотуризм форумында дүрт проект менән ҡатнаша.

Форумдың маҡсаты - уникаль этник мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү, территориялар брендтарын үҫтереү өлкәһендәге тәжрибәне өйрәнеү, Башҡортостанда туризм өлкәһендә төбәк-ара һәм халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу.

Форум сиктәрендә «Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй туристик премияһы үтә. Премия 2014 йылда Геннадий Шаталов инициативаһы буйынса туристик маршруттар һәм экскурсия программаларын булдырыу һәм үҫтереү өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн асыҡ бөтә рәсәй проекттар конкурсы йомғаҡтары буйынса тармаҡ наградаһы булараҡ булдырылған.

Сарала пленар сессия, туриндустрия тармағының иң яҡшы эксперттары, Рәсәйҙең төрлө төбәктәре ойошмалары вәкилдәре сығыш яһай. Түңәрәк өҫтәлдәр үтә.

Йыл маршруты премияһы лауреаттары иртәгә, форумды йомғаҡлау көнөндә иғлан ителә.

Рәмилә Исмәғилева