Өфөлә Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры, күренекле прозаик, драматург Мәжит Ғафуриҙың вафат булыуына 90 йыл тулыуға арналған Хәтер сараһы үтте. Әҙип исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы һәйкәл алдында яҙыусылар, сәнғәт эшмәкәрҙәре, артистар, музей-китапхана хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Улар майҙанда Мәжит Ғафуриҙың ижадына бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән бүлеште шиғырҙарын һөйләне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1934 йылдың 28 октябрендә, оҙайлы ауырыуҙан һуң шағирҙың йөрәге тибеүҙән туҡтай. Уны һуңғы юлға оҙатыуҙа ун биш меңдән ашыу кеше ҡатнаша.
Хәтер сараһында ҡатнашыусылар Мәжит Ғафуриҙың ҡәберенә сәскә лә һалды. Әҙип баш ҡаланың Ленин исемендәге паркында ерләнгән. Музей хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, шәхестең ижади мираҫын өйрәнеү, халыҡҡа, айырыуса йәш быуынға еткереү буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла.