Төньяҡ баш ҡаланың милләттәр йортонда «Питер сәләме»


Осрашыуға Санкт-Петербург юғары уҡыу йорттары студенттары саҡырылды. Мәҙәни кисә тәүге йыл белем алған йәштәрҙе осраштырып- таныштырыуҙы һәм улар араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытыуҙы маҡсаты итеп ҡуйҙы.

«Питер сәләме» Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы, башҡорт йәштәрен үҫтереүгә, мәҙәни мираҫты һаҡлауға әүҙем булышлыҡ иткән эшҡыуарҙар ярҙамында ойошторолдо. Йәштәр ҡурайҙа уйнаны, бейене, ҡатын-ҡыҙҙарҙың традицион башҡорт күкрәксәһен эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә, квестарҙа ҡатнашты. осрашыу милли ризыҡтарҙан торған табын артында сәй эсеү менән тамамланды.