Төбәк етәксеһе Хөкүмәт эшмәкәрлеге һәм Хөкүмәт ағзалары менән идара итәсәк. Хөкүмәт Премьер-министры Хөкүмәттең эш йүнәлештәрен бойомға ашырыуҙы ойоштора. Был органдың составында туғыҙ премьер-министр урынбаҫары, шул иҫәптән ике беренсе урынбаҫар буласаҡ.
Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә тиҙҙән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға кадрҙар буйынса аныҡ тәҡдимдәр индереләсәк, тип билдәләне. Федераль ҡануниәткә ярашлы, республиканың ҡайһы бер тармаҡ министрлыҡтары етәкселәре федераль тармаҡ министрлыҡтары менән килешеп эш итергә тейеш. Улар төҙөлөш, мәғариф һәм башҡа министрлыҡтар. Ҡайһы бер етәкселәр буйынса килешеүҙәр килде, ҡайһы берҙәре буйынса көтәбеҙ, тине Радий Хәбиров.
Шулай уҡ бөгөн Башҡортостан хөкүмәте составына Стәрлетамаҡ хакимиәтенең элекке башлығы Рөстәм Ғәзизовтың инеүе билдәле булды. Ул республика хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.Эксперттар билдәләүенсә, һуңғы 5 йыл дауамында эшләгән Хөкүмәт структураһы үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Башҡортостан башлығы теге йәки был эшмәкәрлекте әүҙемләштерергә кәрәк булғанда ваҡыты менән ҡайһы бер үҙгәрештәр индерә, әммә дөйөм алғанда, хөкүмәт республика алдында торған бөтә бурыстарға ла яуап бирә.