Өфөнөң «Аҡсарлаҡ» балалар лагерында «Етегән» полилингваль слеты башланды


Проект Республика башлығы грантына, Башҡортостандың дәүләт һәм халыҡтар телдәрен һаҡлау, үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында өсөнсө тапҡыр үтә. Быйыл сара республиканың 9 полилингваль мәктәп һәм 2 полилингваль кабинеттары ҡатнашлығында ойошторолған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Слет ҡатнашыусыларын Өфөнөң Дим биҫтәһенән «Сапсан» халыҡ бейеүҙәре ансамбле сәләмләне. 2-се «Смарт» полилингваль гимназияһында ойошторолған ижади коллектив, ғөмүмән, баш ҡаланың бер мәҙәни сараһынан да ситтә ҡалмай. Бөгөнгөһө айырыуса мөһим. Сығыш яһаусыларҙы республика район-ҡалаларынан 9 полилингваль мәктәп һәм 2 полилингваль кабинеттарында белем алыусылар алҡышланы.

Балалар өсөн көн һайын төрлө телдәрҙәге саралар ойошторола. Мәҫәлән, бер көндә программа тик башҡорт телендә генә барһа, икенсе көн инглиз теленә арнала. Шулай уҡ билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар ҙа үткәреү ҡаралған.

Ойоштороусылар фекеренсә, слет уҡыусыларға онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бирә. Бер яҡтан йыл дауамында алған белем камиллаштырыла, икенсенән тиҫтерҙәр аралаша, яңы дуҫтар таба. Слеттың тәүге көнөндә уҡыусылар Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы менән осрашты.

Азат Ғәлиуллин