Башҡортостанда "Орлан" поезы миллион ярым пассажирҙы хеҙмәтләндергән

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был состав 133 кешегә иҫәпләнгән. Ул Өфө-Күмертау-Ырымбур маршруты буйлап йөрөй. Тәүге тапҡыр 2021 йылдың сентябрендә юлға сыҡты. Поезд вагондары заманса йыһазландырылған, бында интернетҡа тоташыу мөминлеге бар.