Башҡортостанда браконьер 430 мең һумлыҡ ҡыҫала аулаған

Дүртөйлө район-ара прокуратураһы енәйәт эше буйынса ғәйепләү актын раҫланы. Уға ярашлы, 2023 йылда бер ир 4 меңдән ашыу ҡыҫала тотҡан. Уны тәртип һаҡсылары ҡулға алған. Браконьер ғәйебен таныған. Хәҙер был хәл буйынса суд ҡарары  көтөлә.