Был турала ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итте. "Дим районын ҡала үҙәге менән тоташтырған хәүефһеҙ һуҡмаҡ юҡ. Йәйәүлеләр автомобиль трассаһынан үтергә мәжбүр. Тиҙ арала был мәсьәләне хәл итергә кәрәк", - тине ул. Велосипедсылар һәм йәйәүлеләр һуҡмағын проектлау эше башланған. Уны киләһе йылда ғәмәлгә ашырыу планлаштырыла.