Яңы биләмә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгендә урынлашҡан. Заманса аш-һыу бүлмәһе «Тәмле тарих» проекты буйынса «Балалар һәм донъя» хәйриә фонды тарафынан асылған.
Был проект 2023 йылда Президент гранттары фондының еңеүсеһе тип табылған. Ул етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы оло тормошҡа әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге ғаилә тәрбәиһенә булышлыҡ итеү үҙәгендә тәрбиәләнеүселәр аш-һыу бүлмәһендә өлкәндәр менән бергә бешерергә, дуҫтарса йылы әңгәмәләр ҡорорға ниәтләй.
Уҡыу-күнекмә биләмәһендәге тәүге дәрес башҡорт аш-һыуҙарына арналды. Балалар остаздары менән берлектә ыуыҙ ҡоймаҡ бешерҙе. Педагогтар әйтеүенсә, тәрбиәләнеүселәрҙең күбеһе был ризыҡ тураһында тәүге тапҡыр ишетә. Аш-һыу бүлмәһендә иһә аш-ыһыу бешерер алдынан уның тарихы менән таныштырыу ҡаралған. Яңы биләмәлә дәрестәр алып барыу өсөн дә, аш-һыу әҙерләргә лә заманса шарттар тыуҙырылған.