Өфө фән һәм технологиялар университеты уйлап табыусылары запас частәрҙе полировкалау буйынса станок йыйған. Ул төрлө ҙурлыҡтағы һәм оҙонлоҡтағы изделиеларҙы зыян килтермәйсә тигеҙләй ала. Был ысул экологик яҡтан таҙа һәм энергияны аҙ тотоноу менән айырыла. Станок двигателдәр эшләүҙә һәм атом энергетикаһы өсөн үтә лә кәрәк һанала һәм импортты алмаштырырға мөмкинлек бирә. Әле үк заказ биреүсе компаниялар бар. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе менән “Авиадвигатель” ойошмаһы шулар иҫәбендә.