Өфөлә «Асҡар Абдразаҡовтың вокал сәнғәте академияһы» проекты старт ала


Унда Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәре Ростов, Силәбе, Пенза, Свердловск, Ҡурған өлкәләре, шулай уҡ Донецк халыҡ республикаһы йырсылары ҡатнаша. Бөтәһе 48 ғариза бирелгән, шуларҙың 12-һе һайлап алынған. Йәш артистар билдәле опера сәнғәте оҫталары етәкселегендә үҙҙәренең профессиональ кимәлен күтәреү, шулай уҡ ҙур симфоник оркестр оҙатыуында сәхнәлә сығыш яһау мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Проект Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры ярҙамында Президент мәҙәни башланғыстар фонды аҡсаһына тормошҡа ашырыла.


Проектта ҡатнашыусыларҙың тауыштарын тыңлап һайланыҡ. Маҡсат - һәләтлеләрҙе артабан үҫтереү, профессиональ сәхнәгә сығарыу.

Асҡар Абдразаҡов, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе