Өфөлә 5-се балалар поликлиникаһы төҙөлөшө тамамланыу алдында

Күләмле ремонттан һуң медицина учреждениеһында сменаһы 150 пациентты хеҙмәтләндереү өсөн шарттар тыуҙырыла. Аҡ халатлыларға сифатлы диагностика ойоштороу өсөн УЗИ, рентген, эндоскопия кабинеттары йыһазландырылған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Күләмле төҙөкләндереүҙең һуңғы эштәре. Быға тиклем буш торған бинала тиҙҙән 5-се балалар поликлиникаһы эшләй башлаясаҡ. Рәсәй урамында урынлашҡан медицина учреждениеһында дүрт педиатр, кардиолог, дерматолог, окулист , гастроэнтеролог, хирург, невролог һәм башҡа йүнәлештәге табиптар ҡабул итәсәк. Ремонт барышында эшселәр объекттың һыу һәм йылытыу системаһын яңыртҡан, иҙән-түшәмдәрҙе алмаштырған, стеналарҙы буяп медицина ҡоролмаларын тоташтырған.

Заманса йыһазландырылған поликлиника сменаһына 150 баланы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Рентген, УЗИ, эндоскопия кабинеттарында диагностика ойоштороу, процедуралар бүлмәһендә прививка һалдырыу өсөн шарттар тыуҙырылған.

Өфөлә поликлиникаларҙы модернизациялау программаһы 6 йылға иҫәпләнгән. Проект буйынса медицина учредждениеларын тәртипкә килтереү өсөн 8 млрд һум аҡса бүленгән. Был суммаға бинаны тулыһынса төҙөкләндереү, яңы мебель, заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыу ҡаралған. Ҡағиҙәгә ярашлы бөтә поликлиникалар берҙәм талап буйынса сағыу дизайн буйынса биҙәлә.

Флорида Ким