Халыҡ өсөн мөһим учреждениеларҙы төҙөү республика башлығы Радий Хәбиров ярҙамында тормошҡа ашырылған. Һатлыҡтарҙың шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.
Бер ҡыйыҡ аҫтында бер-нисә социаль обьект: фельдшер-акушерлыҡ пункты, ауыл клубы, китапхананы үҙ эсенә алған төҙөлөш апрелдә башланған. Бина ярты йыл эсендә төҙөлгән. Ауыл халҡы был көндө ҙур байрам булараҡ ҡабул итеп, түҙемһеҙләнеп көтөп алған.
Сараның рәсми өлөшөндә сығыш яһаусылар Һатлыҡ ауылында социаль обьектты төҙөүселәргә йылы һүҙҙәрен еткерҙе. Төҙөүселәргә, ауыл оҫталарына, спорт һөйөүсе балаларға рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Ауылдаштарын Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев сәләмләне.
Социаль объекттар буйлап ойошторолған экскурсия барышында ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар биналарҙың ныҡлығын һәм уңайлығын үҙ күҙҙәре менән күреп һоҡланды.Бинала урынлашҡан фельдшер-акушерлыҡ пункты кабинеттары заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған.Бынан ары фельдшер Гөлнара Ҡаһарманова пациенттарҙы йылы бүлмәләрҙә, уңайлы шарттарҙа ҡабул итәсәк.
Шулай уҡ Һатлыҡта йәшәүселәр хәҙер китапханала мауыҡтырғыс китаптар доньяһы менән таныша аласаҡ.
«Тыуған ауылға - спорт» төбәк проекты сиктәрендә асылған майҙансыҡта иһә һатлыҡтар күләмле спорт сараларында ҡатнашып, сәләмәт йәшәү рәүешен һайлаясаҡ.
Был көндө 4 ауыл биләмәһе хакимиәттәре башлыҡтарына яңы автомобиль асҡыстары тапшырылды.
Социаль обьекттарҙы асыу сараһы мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Өфөнән, Стәрлетамаҡтан килгән артистар һәм район һәүәҫкәрҙәре сығышы менән тамамланды .
Гүзәл Борханова