Советтар Союзы Геройы Анатолий Арцебарский, Рәсәй Геройҙары Сергей Трещёв менән Михаил Корниенко Халыҡ-ара аэроскомос мәктәбе уҡыусылары менән осрашыу маҡсатында Башҡортостанға килде. Ҡунаҡтар араһында «Энергия» корпорацияһы баш белгесе, Константин Циолковскийҙың ейәне Сергей Самбуров та бар . Делегация бал продукцияһын етештереү производствоһы һәм Муса Гәрәев исемендәге Өфө аэроклубы эшмәкәрлеге менән танышты. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Башҡортостан күптәрҙә бал менән ассоциациялана. Бының менән космонавтар ҙа килешә. Татлы ризыҡ 20 йылдан ашыу махсус тюбиктарҙа орбитаға йыһан станцияһына оҙатыла. Башҡорт балын етештереү эше менән йыһангирҙәр Анатолий Арцебарский, Сергей Трещев, Михаил Корниенко һәм «Энергия» корпорацияһы баш белгесе Сергей Самбуров танышты.
Эш сәфәренең киләһе нөктәһе - Муса Гәрәев исемендәге Өфө аэроклубы. Бындағы төп бина - 900 квадрат метрлыҡ ангар Бөйөк Ватан һуғышына тиклем 1933 йылда төҙөлә. Аэроклубтың йөҙәрләгән сығарылыш уҡыусылары араһында 15 Советтар Союзы Геройы бар. Летчик һөнәренә әле лә уҡыталар. Хәҙер иһә, дәрестәр кадет кластары өсөн. Аэроклубтың техник паркында 30-ға яҡын һауа судноһы иҫәпләнә. Иң популяры - К-26 вертолеты. Ул ярты быуат элек Күмертау заводында етештерелгән. Судно бөгөн дә «сафта».
Вертолеттарҙы ремонтлауҙан тыш, аэроклуб яңы ангар тураһында хыяллана. Бының өсөн урын да ҡаралған, проект та төҙөлгән. Ул мең 200 квадрат метрҙа урынлашыр тип күҙаллана. Эште башлар өсөн бағыусылар кәрәк, ти аэроклуб етәкселеге. Аэродромда парашют менән осоу күнекмәләре лә күрһәтелде. Алдағы көндәрҙә космонавтар һәм «Энергия» корпорацияһы белгесе республика уҡыусылары өсөн ойошторолған Урал Солтанов исемендәге Халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбе эшмәкәрлеге менән танышасаҡ.
Әлфинә Килдейәрова