Ил кимәлендәге был конкурс быйыл 12-се тапҡыр ойошторола, Башҡортостан унда алтынсы тапҡыр ҡатнаша. Тәүге йылдарҙа Республика «Йыл маршруты» премияһына бер-ике проект ҡына тәҡдим итһә, һуңғы йылдарҙа уларҙың иҫәбе күпкә артҡан. Быйыл конкурстың төрлдө номинацияларына 56 проект сығарылған. Был Башҡортостанда туризм өлкәһенә ныҡлы иғтибар бирелеүен, тармаҡтың үҫешен сағылдыра, ти ойоштороусылар.
«Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй туристик премияһы еңеүселәре тиҫтәнән ашыу номинация буйынса билдәләнә. Улар араһында хәрби, тарихи, этнография, һауыҡтырыу, велосипед, мажаралы маршруттар, төрлө турҙар, экскурсиялар бар. Башҡортостан вәкилдәре төрлө йүнәлештәр буйынса еңеү яуланы. Мәҫәлән, «Шүлгәнташ» музей комплексы «Иң яҡшы музей туры» номинацияһында беренсе урынға лайҡы булды.