«Башҡортостан» телерадиосәнғәт мәктәп-студияһында яңы курс башланды

8 ноябргә тиклем уҡыусылар башҡорт һәм рус телдәрендә диктор, алып барыусы, хәбәрсе кеүек һөнәрҙәрҙең нигеҙҙәрен үҙләштерә. Улар өсөн лекциялар һәм тренингтар, ораторлыҡ, актерлыҡ сәнғәте, уңышлы коммуникация серҙәре буйынса дәрестәр ойошторола.

Остаздар курс тыңлаусыларына образ һәм телмәр стилен табырға ярҙам итә, камера алдында эшләргә, ҡурҡыуҙы еңергә өйрәтәсәк. Күп һөнәрҙәр көндәлек тормошта ла файҙалы буласаҡ. Курс тыңлаусылары республиканың төрлө төбәктәренән килгән. Күптәр өсөн был уңайлы зонанан сығыу, үҙең өсөн яңы асыштарҙы үҙләштереү мөмкинлеге. Уҡыу барышында һөнәри сифаттарын күрһәткән мәктәп-студияны тамамлаусылар «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының кадрҙар резервына индерелә.