«Аҡбуҙат» журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина ойошторған медиамәктәптә төрлө райондарҙан килгән балалар биш көн дауамында башҡорт телендә мәҡәлә, әкиәт яҙырға, фото төшөрөргә, видео монтажларға өйрәнә. 30 баланы уҡытыу өсөн бай йөкмәткеле проект Башҡортостан башлығының гранттар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
«Мин - йәш шәһитсе» медиамәктәбендә уҡыусыларға «Ҡайтыр» ҡушаматлы яугир таныҡлыҡтар тапшырҙы. Оҙаҡ йылдар журналистика тармағында эшләгән хәрби балалар менән аралашып һөнәри оҫталығы менән уртаҡлашты. Проект малай-ҡыҙҙарҙа журналистикаға бәләкәйҙән һөйөү тәрбиәләү өсөн ойошторолған.