Башҡортостан Ҡытай менән хеҙмәттәшлекте нығыта

Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов Мәскәүҙә Рәсәй-Ҡытай форумында ҡатнашты. Унда ауыл хужалығында хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре ҡаралды. - Башҡортостан был өлкәлә яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға әҙер, әүҙем хеҙмәттәшлеккә ынтылабыҙ, - тине Илшат Фәзрахманов. Ҡытай Башҡортостандан ауыл хужалығы продукцияһын күпләп алған дәүләттәрҙең береһе. Беҙҙең республиканан Пекинға май, иген, шәкәр, һөт, хәмер оҙатыла.