Өфөнән Дилара Хәтмуллина шахбокс буйынса донъя чемпионы исемен яуланы
Ярыштар Әрмәнстанда үтте. Рәсәй йыйылма
командаһы 22 алтын миҙалға лайыҡ булды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Германия
һәм Франция вәкилдәре алды. Шахбокс - шахмат һәм боксты берләштергән спорт
төрө. Һуңғы йылдарҙа ул танылыу ала бар.