Башҡортостанда аҡ май етерлек етештерелә

Республика сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан белдереүенсә, был продукцияға ихтыяж артыуы күҙәтелмәй, сауҙа ғәҙәти тәртиптә алып барыла. Быға тиклем ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары Өфөлә аҡ майҙы күпләп һатып алыуҙары тураһында хәбәр итте. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, Башҡортостанда аҡ майҙы ҙур һөт комбинаттары, шулай уҡ ауыл хужалығы кооперативтары етештерә. Баҙарҙағы ихтыяжға ҡарап мөмкинлектәрҙең 60 проценты ғына ҡулланыла. Аҡ май етештереүҙе күпкә арттырырға ла була, тине ул.