“Тарихи һәм рухи уртаҡлыҡ” тип аталған ярыштың йомғаҡлау этабында 23 команда ҡатнаша. Улар 10-сы һәм 11-се класс уҡыусылары. “Быйыл союздаш дәүләт ойошторолоуға 25 йыл тула. Беларусь республикаһын фашистарҙан азат итеүгә 80 йыл була. Беҙҙе быуаттар дауамында уртаҡ тарих, рухи һәм мәҙәни традициялар бәйләй. Беҙ был турала оноторға тейеш түгелбеҙ”, - тине олимпиадала ҡатнашыусыларҙы сәләмләүендә Рәсәй Мәғариф министры Сергей Кравцов. Олимпиада 2 ноябргә тиклем дауам итә. Бөгөнбалалар рус теле һәм әҙәбиәтенән яҙма эш башҡара, артабан ике ижади конкурс ҡаралған. Унда һәр команданан берәр вәкил сығыш яһай.