Белорет районында ҡар яуҙы. Юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килеүен иҫәпкә алып республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов үҙенең социаль селтәрендә хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәргә саҡырҙы. Ул водителдәргә тиҙлек режимын арттырмаҫҡа, автомобилдәр араһындағы арауыҡты һаҡларға кәңәш итте. Шулай уҡ Владимир Севастьянов ҡышҡы тәгәрмәстәргә тиҙерәк күсергә һәм уны алыштырып өлгөрмәүселәрҙе Белорет районы йүнәлешенә юлға сығыуҙан тыйылылып тороуҙы һораны.