Евразия күсмә цивилизациялар музей-комплексын төҙөүҙең сираттағы этабы киләһе йыл дауам итә


Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музей- комплексын төҙөүҙең сираттағы этабы киләһе йыл дауам итә. Был хаҡта бөгөн Турахан визит-үҙәгендә уҙған түңәрәк өҫтәлдә әйтелде. Башҡортстан башлығы Радий Хәбиров уҙғарған күсмә кәңәшмәлә объектты төҙөү буйынса проект ҡаралды. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.

Лекция һәм концерт залдары, фәнни-тикшеренеүҙәр бүлеге, оҫтаханалар, ресторан - проект буйынса Турахан кәшәнәһе янында фәнни-мәҙәни туристик комплекс барлыҡҡа киләсәк.

Музей эргәһендә 5000 урынлыҡ сәхнә һәм амфитеатр төҙөләсәк, унда асыҡ һауала ҙур концерт һәм спектаклдәр ҡуйырға мөмкин буласаҡ.

Шулай уҡ 200 урынлыҡ автомобилдәр парковкаһы, ә юл аша Турахан мавзолейынан яҡшы күренеп торған мәсет төҙөү планлаштырыла.

Быйыл июлдә визит- үҙәкте асҡандан бирле бында туристар ағымы туҡтамай. Башҡорт оҙон ғүмерлелеге, мәктәп туризмы кеүек программалар буйынса ял итеүселәр ҙә бар.

Төҙөлөш эштәрен 2025 йылдың йәйенән башлау күҙаллана. Евразия күсмә цивилизациялар музейын төҙөүгә киләһе йылға 400 миллион һум аҡса бүленгән.

Проектты тормошҡа ашырыу ҙур финанс сығымдар талап итә, ул миллиард һумдар менән баһалана. Комплексты төҙөү өс- дүрт йылға һуҙыласаҡ.

Эске туризмды үҫтереүҙә был иң ҙур объекттарҙың береһе булып тора. Мәҫәлән, «Шүлгәнташ» музей комплексын йыл дауамында 100 мең кеше килеп күрһә, Турахан визит үҙәгендә дүрт ай эсендә 80 мең турист булған. Объекттың Өфөгә һәм трассаларға яҡын урынлашыуы ла әһәмиәтле.

Рәмилә Исмәғилева