Өфөлә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә граждандарҙы һайлап алыу пункты эшләй башланы


Ул «Черемушки» һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында булдырылған. Хәҙер илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләүселәргә белешмә йыйыу һәм документтар әҙерләү өсөн төрлө ергә йөрөргә кәрәкмәй. Бөтә эш бер урында ойошторолған: хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре документтар ҡабул итә, һорауҙарға яуап бирә, табиптар анализдар ала һәм кандидаттарҙы ҡарай, ә банк вәкилдәре оператив рәүештә «Мир» банк картаһын бирә, унда бер тапҡыр түләнгән аҡса һәм эш хаҡы килә. Бөтә кәрәкле процедураларҙы ирекмәндәр 5-6 сәғәттә үтә, һуңынан ял итергә китә. Контрактсылар өсөн һайлап алыу пункты биләмәһендә туҡланыу һәм йәшәү ойошторолған. Үҙәктән контрактсылар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә.

Һайлап алыу пунктына Башҡортостандан да, илдең башҡа төбәктәренән дә контракт буйынса хеҙмәт итергә теләгән 18-65 йәшлек граждандар мөрәжәғәт итә ала. Бөгөн махсус хәрби операция зонаһына контракт буйынса хеҙмәт итергә киткән яугирҙарға йылына 3 миллион 850 мең һум аҡса түләнә. Шулай уҡ Башҡортостанда «Рекрут»проекты ла һөҙөмтәле эшләй. Ул контракт хеҙмәтенә ҡул ҡуйыуҙы ойоштороуҙа ярҙам иткән ирекмәнгә 50 мең һум күләмендә түләүҙе күҙ уңында тота. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ситуация үҙәгенең 122 номеры буйынса, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәк офистарында бирергә мөмкин.