«Ашҡаҙар» радиоһы хеҙмәткәрҙәре Дәүләкәндең 7-се мәктәбе уҡыусылары менән осрашты


Көҙгө каникулдың иҫтәлекле мәлдәре. «Ашҡаҙар» радиоһы хеҙмәткәрҙәре Дәүләкәндең 7-се мәктәбе уҡыусылары һәм белем усаҡтарының башҡорт теле уҡытыусылары менән осрашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Билдәле яҙыусы һәм журналист, «Ашҡаҙар» радиоһының өлкән мөхәррире, Шәйехзада Бабич исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Аҡбулатованы уҡыусылар күптән көткән. Уның әҫәрҙәрен уҡыған, сәхнәләштергән, яҙыусыға береһенән-береһе ҡыҙыҡлы һорауҙар әҙерләгән, музыкаль күстәнәстәрен дә ентекләп һайлаған.

Фәрзәнә апайҙары балаларҙың һорауҙарына ихлас яуап бирҙе, мәктәп китапханаһына яңы китаптарын бүләк итте. Иң ҡыҙыҡлы һорау биреүсегә автографлы китап менән «Ашҡаҙар» радиоһынан логотиплы бейсболка эләкте.

«Ашҡаҙар» ручкалары һәм блокноттары викторина һорауҙарына дөрөҫ яуап биргән балаларға ла тапшырылды. Радио хеҙмәткәрҙәре «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы, радиоканал, журналист хеҙмәте тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне, хатта, оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Дәүләкән ҡалаһының 7-се мәктәбе рус мәктәбе һаналһа ла, бында милли мәҙәниәт, әҙәбиәт, Башҡортостан тарихы менән ҡыҙыҡһынған балалар уҡый. Башҡорт теле уҡытыусылары Ғәлиә Дәүләтова менән Альбина Яныбаева ижади мөхит тыуҙырыуға ирешкән.

Көҙгө каникулдың тағы бер көнө күңелле һәм файҙалы үтте. Белемдәре артып, күңелдәре байып таралышты уҡыусылар.

Рәйсә Абдуллина