Бөгөн Рәсәйҙә тренерҙар көнө билдәләнә. Һөнәри байрам уңайынан Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәрҙә Татьяна һәм Евгений Сенченколар ғаиләһе менән таныштырҙы. Улар икеһе лә -еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренерҙары, 49 йыл бергә. Белоретта йәшәүсе тренерҙарҙың һәр береһе ярты быуатҡа яҡын педагогик стажға эйә.
Сенченколарҙың тәрбиәләнеүселәре араһында - билдәле спортсылар, спорт мастерҙары, абруйлы турнирҙар еңеүселәре, Европа, донъя чемпионаттарында һәм Олимпия уйындарында ҡатнашыусылар бар. Иң билдәлеләренән олимпиясылар Галина Богомолованы, Лилиә Шобухованы, Егор Николаевты атарға мөмкин. Татьяна Васильевнаны, Евгений Гавриловичты һәм республиканың барлыҡ тренерҙарын һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлайым. Мөһим эшегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә һәм тәрбиәләнеүселәрегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, еңеүҙәр теләйем!, - тип яҙған Башҡортостан башлығы.