Краснокама районы спорт буйынса республикала иң көслө муниципалитет булараҡ, спортты үҫтереүгә 2 миллион һумлыҡ ярҙам алды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән спорт өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштар һәм физик культура үҫешенә индергән өлөш өсөн республика премияһы булдырылғайны. Унда район-ҡалалар айырым номинацияла билдәләнә. Краснокаманан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Краснокама районында егерме пенсионер берләшеп, «Оптимист» клубы ойошторған. Уставтары ла бар, уға ярашлы, спорт һөйөүселәр аҙнаһына дүрт тапҡыр волейбол буйынса күнекмәгә йөрөй. Тәжрибәле тренер ярҙамында муниципаль-ара ярыштарҙа еңеүҙәргә лә өлгәшелгән. ГТО нормаларын тапшырыу буйынса ла алдынғылар. Уларҙың һәр береһе сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы.
Спорт премияһы лауреаттары Өфөлә «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумында билдәләнде. Муниципаль берәмектәр араһында еңеүсе тип Краснокама районы танылды. Был осраҡлы түгел, төбәк Башҡортостанда уҙғарылған ауыл спорт уйындары һөҙөмтәләре буйынса 18 йыл рәттән беренсе урын алып килә. Физкультура менән шөғөлләнеүселәр ҙә артҡандан-арта.
Конкурста еңеү яулаған муниципалитетҡа спортты үҫтереүгә 2 миллион һумлыҡ премия бүленгән. Был ярҙам районда сәләмәт йәшәү пропагандаһын тағы ла көсәйтеүгә булышлыҡ итәсәк. Спорт объекттарында халыҡтың күпләп шөғөлләнеүе үҙе үк ҙур еңеү.
Районда физик культура һәм спорт буйынса ҡырҡтан ашыу юғары квалификациялы белгес эшләй, күләмле спортты үҫтереүгә айырыуса баҫым яһала. Республика кимәлендәге ярыштарҙың муниципалитетта уҙғарылыуы ла үҙенә күрә пропаганда. Йәш быуында сәләмәт тормошҡа ҡыҙыҡһыныу уята.
Гөлназ Хәйбуллина