Даими чемпионаттың сираттағы осрашыуында Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре «Адмирал» клубын ҡабул итте. Көсөргәнешле матч яҡташтарбыҙ файҙаһына 2-1 иҫәбе менән тамамланды.
Өфө командаһында йәнә легионерҙар айырылып торҙо. Беренсе осор башында иҫәпте Джошуа Ливо асты. Шулай итеп ул 20 мәрәй менән миҙгелдең иң яҡшы бомбардиры исемлегендә икенсе урынға күтәрелде. Шулай уҡ өсөнсө баҫҡысты Нейтан Тодд биләне, икенсе осор башында ул Шелдон Ремпалға уңышҡа өлгәшергә ярҙам итә. Уның иҫәбендә лә 20 мәрәй. Был уйында Өфө клубы ҡоро иҫәп менән еңеү яулай алыр ине. Әммә Семен Вязовой уйын ҡағиҙәһен боҙған өсөн ҙур күләмдә штраф алды, һәм тиҙҙән ҡунаҡтар күпселекте оҫта файҙаланды. Шайбаны Башҡортостан көйәрмәндәренә яҡшы таныш Никита Сошников индерҙе. Киләһе уйынды ла юлаевсылар Владивосток клубы менән үткәрә. Яҡтар иртәгә йәнә «Өфө-Арена» боҙ һарайында осраша.