"Иң күп китап уҡыусы төбәк" тигән конкурс еңеүселәре билдәле булды. Башҡортостандың еңеүендә "Китап байрамы" халыҡ-ара йәрминкәһен уҙғарыуҙың өлөшө ҙур. Быйыл ул 24-26 майҙа уҙғарылды. Йәрминкәлә 18 төбәк һәм 7 илдән 233 нәшриәт һәм китап магазины ҡатнашты. "Китап-байрамы"на 200 меңгә яҡын кеше килде. "Иң күп китап уҡыусы төбәк" тигән конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы ноябрҙә Мәскәүҙә була.