100-гә яҡын егет Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург, Сыбаркүл һәм Ырымбурҙағы частарҙа хеҙмәт итәсәк. Мотлаҡ саҡырылыш буйынса алыныусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашмай, тип хәбәр итәләр Республика хәрби комиссаратынан. Көҙгө саҡырылыш декабрь аҙағына тиклем бара. Ил буйынса 133 мең кешене армияға алыу планы ҡуйылған.