Башҡортостан «Рәсәйҙең әҙәби флагманы - 2024» статусын алды


Башҡортостан - илдең иң күп китап уҡыусы төбәге. 10-сы Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса беҙҙең республика «Рәсәйҙең әҙәби флагманы - 2024» статусын алды. Был турала Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр итте.

Еңеүҙе лайыҡлы тип иҫәпләйем, ти Башҡортостан етәксеһе. «Быйыл беҙ икенсе “Китап-байрам” халыҡ-ара китап йәрминкәһен үткәрҙек. Унда 170 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Фестиваль - төбәгебеҙҙең мәҙәни брендтарының береһе, уны халҡыбыҙ ярата һәм көтөп ала. Был беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки төп маҡсаттарҙың береһе - балаларға китап уҡырға һөйөү тәрбиәләү һәм китаптың иң яҡшы уҡытыусы икәнен иҫкә төшөрөү, - тип яҙа төбәк башлығы.

Башҡортостанда 3 мең 200-ҙән ашыу китапхана бар. Радий Хәбиров үҫеп килгән быуында уҡыуға һөйөү тәрбиәләгән китапхана хеҙмәткәрҙәренә һәм төбәгебеҙҙе юғары баһалаған конкурс ойоштороусыларына рәхмәт һүҙҙәрен еткергән.