Учалы районының «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй


Ошо уңайҙан ижади коллектив Өфөлә ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаны. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙған тамашала ансамблдең хәҙерге составы бейеүселәре ла, тәүге артистар ҙа ҡатнашты. Коллективта бөтәһе егерменән ашыу кеше эшләй. Ансамблдең тәүге бейеүҙәрен мәшһүр балетмейстер Фәйзи Ғәскәров һалған булған, артистар был композицияларҙы әле лә сәхнәгә сығара. Ойоштороусылар әйтеүенсә, концерттан йыйылған аҡса махсус хәрби операцияла республиканан ҡатнашҡан яугирҙарға тапшырыласаҡ.