Башҡортостанда 2025 йыл МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы тип иғлан ителде


Башҡортостанда 2025 йыл Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы тип иғлан ителде. Был туралағы указға республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы Башҡортостан хөкүмәтенә ойоштороу комитеты һәм саралар планын әҙерләп, указды тормошҡа ашырыу өсөн финанс сығанаҡтарҙы билдәләү бурысы ҡуйыла. Бынан тыш ҡала һәм район хакимиәте етәкселәренә урындарҙа указ сараларын ойоштороу маҡсаты тора. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы указ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм Шайморатов ордены кавалерҙары тәҡдиме буйынса ҡабул ителде.