Радий Хәбиров республиканың йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре форумында ҡатнашты


Башҡортостан башлығы менән асыҡ диалог. Радий Хәбиров бөгөн республиканың йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре форумында ҡатнашты. 200-гә яҡын белгес Шишмә районының «Патриот» паркына йыйылды. Сара төбәктең 35 йәшкәсә дәүләт һәм муниципаль власть органдары хеҙмәткәрҙәрендә профессиональ кимәлде үҫтереү маҡсатында үткәрелә. Ике көн дауамында йәш чиновниктар һөнәри үҫеш өлкәһендәге төбәк һәм федераль проекттар менән танышты.

Бындай форматта йәш чиновниктар тәүге тапҡыр осрашты. Форум программаһында лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, панель дискуссиялар һәм мотивация сессияһы ойоштородо. Башҡортостан башлығы менән осрашыу ике көнлөк форумға йомғаҡ яһаны. Радий Хәбиров йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәренең һорауҙарына яуап бирҙе. Йәштәр төбәк етәксеһенә ҡала-район хакимиәтенә эшкә килгән белгестәргә «Ауыл табибы», «Ауыл уҡытыусыһы» кеүек программа булдырыу, остазлыҡ, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу кеүек тәҡдимдәр әйтте.