Юл һәм транспорт ведомствоһы ойошторолоуға 100 тулыу уңайынан республика башлығы Радий Хәбиров юлсыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Өфөлә колонна залында тантаналы шарттарҙа водителдәр, техниканы ремонтлаусы эшселәр, транспорт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Улар көн -төн тип тормай, ямғырҙа ла, һыуыҡта ла юл төҙөүҙе, ремонтлауҙы дауам итә. Тиҫтә йылдар юл тармағында эшләгән хеҙмәткәр һөнәри байрамын билдәләп танаталы шарттарҙа бүләкләнде. Юлсыларға дүләт наградаһын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре көсө менән төбәктә йөҙәрләгән саҡрым юл төҙөкләндерелә,, күперҙәр һалына, ауыл-ҡалаларҙа урамдар тәртипкә килтерелә. Республика буйынса быйыл 900 километр юл ремонтланды. Башҡортостан юл хужалығы белгестәре Донбасста юлдарҙы төҙөкләндереүҙә ҙур ярҙам күрһәтә.
Республикала баҡсасылыҡ ширҡәттәренә илткән юл участкаларына иғтибар арта. Йыл аҙағына тиклем баҡсаларҙа 26 саҡрым юл төҙөкләнедереләсәк. Был Нефтекама, Благовещен ҡалалары эргәһендәге, Шишмә, Иглин, Өфө райондарындағы юл участкаларына ҡағыла.
Юл һәм транспорт ведомствоһына 100 тулыу уңайынан ойошторолған байрамда водителдәр, техниканы ремонтлаусылар, транспорт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде. Уларҙың һәр береһе һөнәренә тоғро хеҙмәт итеп төбәк юлдарын тәртиптә тотоуға, транспорт системаһының хеүфһеҙлегенә үҙ өлөшөн индергән.
Флорида Ким