«Хома» ҡушаматлы яугир: «Йөрәгем - яу яланында, ә йәнем - өйҙә»


«Йөрәгем - яу яланында, ә йәнем - өйҙә» Илебеҙҙә тыныслыҡ һәм бәхет булһын өсөн көрәшеүсе «Хома» ҡушаматлы яугир тыуған йорт йылыһын шундай һүҙҙәр менән хәтерләй. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға яҡташыбыҙ тураһында киләһе яҙмала.

«Хома» ҡушаматлы яугир ике йыл дауамында илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлай. Әлеге ваҡытта тыуған ауылы Ҡалтайға ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.Атай йортонда туғандары, яҡындары, әсәһе янында. Яугир ғәзиз әсәһенә йорт-хужалыҡ эштәрендә ярҙамлаша, фронттан алыҫта тыуған йорт йылыһын татый.

Улының ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыуына әсәһенең нисек ҡыуанғанын ябай һүҙҙәр менән генә аңлатып бөтөрлөк түгел. Алғы һыҙыҡта йөрөүсе ғәзиз улы өсөн әсә ут йотоп тора. Балаһына изге доғаларын юллай, улының һәм уның яуҙаштарының иҫән-имен Еңеү менән ҡайтыуын көтә.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙың әсәһе йортонда ҡышҡылыҡҡа утын хәстәрләнмәгән була. Зөһрә ханымдың мохтажлығын ишетеп яугир ғаиләһенә йүнсел Ришат Гәрәев ярҙам күрһәтә. Бөгөн илебеҙҙе нацистарҙан яҡлаусылар ғаиләләренә ярҙам итеүҙә һәр кем үҙ өлөшөн индерергә бурыслы, ти ул.

Яугирҙың отпускыһы тамам, ул яңынан фронтҡа юллана, унда уны хәрби дуҫтары көтә.

Гүзәл Борханова