Билдәле булыуынса, проект документтары тарихи-мәҙәни экспертиза үткән, ноябрҙә уның һөҙөмтәләре иғлан ителә. Юридик процедураларҙан һуң һәйкәлде постаменттан һүтеп алып, уға баш ҡала биләмәһендә ҡороласаҡ цехта реставрация уҙғарыу ҡаралған. Скульптураның нигеҙен, ҡурғанды ла нығытыу планлаштырылған. Был турала Федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау буйынса күҙәтеү советы ултырышында билдәләнде. Уның составына - күренекле йәмәғәтселәр, төҙөлөш, скульптура, архитектура, археология һәм башҡа тармаҡ белгестәре ингән. Күҙәтеү советының маҡсаты - Башҡортостан символына реставрация барышын йәмәғәт контроле менән тәьмин итеү.
Скульптор Сосланбәк Тавасиев эшләгән һәйкәл 1967 йылда ҡуйылған. Ошо ваҡыт эсендә бер тапҡыр ҙа ремонт үткәрелмәгән. Экспертиза ла һәйкәлгә мотлаҡ реставрация талап ителеүен күрһәткән. Скульптура үтәнән-үтә тишелә башлаған, конструкцияның тимер элементтары ла тутыҡҡан. Һәйкәлде баштағы торошона ҡайтарыр өсөн төҫөн дә үҙгәртеү күҙаллана.