Шишмә районында СССР-ҙың һынаусы-осоусыһы Урал Солтанов исемендәге Халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбе эш башланы. Ул «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында быйыл икенсе йыл тапҡыр ойошторолдо. Рәсәйҙә берҙән-бер һаналған мәктәпкә фәнни олимпиада, конкурс еңеүселәре, призер булған уҡыусылар һәм студенттар махсус һайлап алынған.
Бөгөн уҡыусылар йыһангир костюмдары менән яҡындан танышып ҡына ҡалманы, уларҙы кейеп ҡарау мөмкинлеге лә бирелде. Махсус программа сиктәрендә шулай уҡ космос һәм авиация донъяһын өйрәнә. Ысын йыһангирҙар менән осраша. Быға «Роскосмос» дәүләт корпорацияһы, Рәсәй космонативка федерацияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе үҙе булышлыҡ итә. Профилле сара киләсәктә балаларға киләсәктә һөнәри юғары белем алырға этәргес бирә.