Радио ветераны, алып барыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурия Абдуллина оҙаҡ йылдар ауыр сир менән көрәшкәндән һуң арабыҙҙан китте.
Нурия Насибулла ҡыҙы 1957 йылдың 15 мартында Әлшәй районы Баязит ауылында тыуған. Өфөләге 1-се интернат-мәктәбен тамамлай. Артабан баш ҡалалағы музыка-педагогия училищеһында урта махсус һөнәри белем ала. Хеҙмәт юлын Ейәнсура районында башлай.1994 йылдан Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында музыка кабинеты методисы булып эшләй. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһына 1996 йылда эшкә килә. «Юлдаш» радиоһында бик күп уңышлы проекттар алып бара. Уларҙың береһе - «Ҡунағөй» тапшырыуы. Нурия Абдуллина башлаған «Һөйөнсө, бәпес тыуған» рубрикаһы - «Юлдаш»та иң оҙон ғүмерлеһе. Ул әле лә эфирға сыға.
Нурия Абдуллина - композитор, башҡарыусы булараҡ та танылыу яуланы. «Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр?», «Иҫән йөрөгөҙ, балам», «Ризыҡтарың өҙөлмәгән» йырҙары эфир тулҡындарынан һәм йырсыларҙың репертуарынан төшмәй.
Нурия Абдуллина менән хушлашыу 1 ноябрь иртәнге сәғәт 10-да БСТ телеканалы алдындағы майҙанда үтәсәк.