Ғаризалар 6 ноябрҙән 13-нә тиклем ҡабул ителә. Унда 35 йәшкә тиклемге мәҙәниәт һәм өҫтәмә белем биреү өлкәһе белгестәре ҡатнаша ала. Республикала “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы 2021 йылдан тормошҡа ашырыла. Уҙған йылдан субсидия күләме ике тапҡырға артып 1 миллион һумға етә.