Ул “Черемушки” һауыҡтырыу шифаханаһы нигеҙендә булдырылған. Бында илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләгәндәр өсөн уңайлы шарттар ҡаралған. Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре документтар ҡабул итә, һорауҙарға яуап бирә. Табиптар кандидаттарҙы тикшерә. Банк вәкилдәре тиҙ арала “Мир” банк картаһын сығарып бирә. Бер тапҡыр түләнә торған сумма һәм эш хаҡы унда күсерелә. Һайлап алыу пунктында туҡланыу һәм йәшәү ойошторолған. “Ил өсөн яуаплы мәлдә өйҙә ҡалып булмай. Алғы һыҙыҡҡа барырға ҡарар иттем”, - ти Юлай Шәрипов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКилешеүгә ҡул ҡуйған ир-егеттәр хәрби командалар составында хеҙмәт урынына оҙатыла. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Ситуация үҙәгенә шылтыратырға кәрәк. Бәйләнеш телефоны: 218-19-19.