Башҡортостан хужалыҡтарында һөт һатыу артҡан

Быйыл 598  мең тонна продукция етештерелгән. Был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 4 процентҡа  күберәк, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Саҡмағош, Илеш, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө, Мәләүез һәм Ауырғазы хужалыҡтары яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән.