Скульптор Сосланбәк Тавасиев эшләгән һәйкәл 1967 йылда урынлаштырыла. Ошо ваҡыт эсендә уға бер тапҡыр ҙа ремонт яһалмай. Быны экспертиза ла раҫлай. Октябрҙә Башҡортостан Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау идаралығы дәүләт тарихи-мәҙәни экспертиза актын баҫтырып сығарҙы. “Монумент авария хәлендә. Уға реставрация талап ителә. Скульптурала ярыҡтар барлыҡҡа килгән, тимер серегән. Постаменттағы плитәләр ярылған. Ҡурған да зыян күргән”, - тип билдәләгән эксперттар. Бөгөн Өфөлә ведомство янындағы Күҙәтеү советы ултырышы үтә. Ул ошо минуттарҙа бара. Совет ағзаһы, Башҡортостан кинемотографистар берлеге рәйесе Зөһрә Бураҡаева һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҺәйкәлде төҙөкләндереү 1 йыл самаһы дауам итә. Ремонт хаҡы 300 миллион һумдан ашыу була. Сумманы баш ҡала бюджетынан бүлеү ҡарала.