Башҡортостанда тағы бер дауахана яңы техника алды

Учалы дауаханаһына биш компьютер тапшырылды, тип хәбәр итәләр Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Техника "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты  буйынса алынған.  Заманса ҡорамалдар эш урындарын автоматлаштырырға, медицина учреждениеһы эшенең һөҙөмтәлеген яҡшыртырға тейеш.