4 ноябрь, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә барлыҡ почта бүлексәләре өсөн ял була, тип хәбәр итәләр Федераль почта элемтәһенең төбәк идаралығынан. 2 ноябрҙә почта бүлексәләре эшен бер сәғәткә ҡыҫҡарта, 3 һәм 5 ноябрҙә клиенттарҙы ғәҙәттәгесә хеҙмәтләндерә. 4 ноябрҙә почтальондар хаттар, газета-журналдар таратмай. Пенсия һәм пособиеларҙы Рәсәй Социаль фондының Республика бүлексәһе менән килешелгән график буйынса килтерә.