Башҡортостандың сәнәғәт предприятиеһына өс пилотһыҙ осоу аппараты һөжүм иткән тип яҙҙы социаль селтәрендә Радий Хәбиров. Тәүге дрон яғыулыҡ-энергетика компанияһы биләмәһенә төшкән һәм оператор бүлмәһенә зыян килтергән. Бинаның тәҙрәләре ватылған. Хеҙмәткәрҙәр араһында зыян күреүселәр юҡ. Ҡалған ике пилотһыҙ осоу аппараты сәнәғәт зонаһына ҡолаған. Республикала һөжүмгә ҡаршы тороу, күҙәтеү һәм юҡ итеү маҡсатында оборона системаһы ойошторолған. Предприятие ғәҙәти режимда эшләй. Әле оператив хеҙмәттәр тикшереү үткәрә. Ваҡиға контролдә , тип яҙҙы республика башлығы. Ә Украина телеграмм-каналдарының Стәрлетамаҡ нефть эшкәртеү заводына пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм иткән тип яҙыуы дөрөлөккә тап килмәй