Башҡортостан башлығы төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе


Тулыһынса әҙер булырға. Башҡортостан башлығы төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе. Видеоконференцияла республиканың ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.

Хәүеф көсәйгән шарттарҙа беҙҙән террорға ҡаршы тороусы барлыҡ субъекттарҙың, айырыуса муниципаль кимәлдә, хәлдең киҫкенләшеүенә яуап бирергә тулыһынса әҙер булыу талап ителә, - тине Радий Хәбиров. -араларҙың һөҙөмтәлелеге туранан-тура урындағы үҙидара органдарының һәм муниципаль берәмектәрҙең террорға ҡаршы комиссияларының системалы иҫкәртеү эшмәкәрлегенә бәйле. Төбәк етәксеһе шулай уҡ милләт-ара һәм конфессия-ара конфликттарҙы иҫкәртеү буйынса ведомстволарҙың берлектәге эшен ойоштороуҙың мөһимлеген билдәләне.