Иртә менән билдәһеҙ ир Александр Невский урамында урынлашҡан аҙыҡ-түлек магазинына килә. Әммә уның маҡсаты тауар һатып алыу түгел, ә кассала һаҡланған килем була. Ул һатыусыға бысаҡ менән янап, аҡса урлай. Сауҙа нөктәһе хеҙмәткәре магазинға сираттағы һатып алыусы ингән мәлдән файҙаланып, урамға сығып өлгөрә. Унда ул үтеп барыусыға мөрәжәғәт итә, ул полиция саҡыра. Енәйәтсе ҡаса, уның табышы ни бары 16 мең һум була. Артабан тәртип һаҡсылары ғәйепләнеүсенең шәхесен асыҡлай. Ул йәшәгән урынында ҡулға алына. 33 йәшлек ир ҡылған ғәмәлен таный һәм урланған аҡсаны эсеүгә тотоноуы тураһында һөйләй. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уға ҡарата суд тарафынан һаҡ аҫтына алыу сараһы һайлана.