Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн өй ризығы. Кушнаренко районы Мәмәк ауылы ҡатын-ҡыҙҙары алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға аҙыҡ-түлек ебәрә. Тылдан Еңеүҙе яҡынайтыусылар хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
Мәмәк ауылында йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәр береһе алғы һыҙыҡтағы яугир яҡташтарының хәрби юлын еңеләйтергә тырыша. Ватан һағына баҫҡан ир-уҙамандар ғаилә йылыһын тойһон, көс-ғәйрәт алһын өсөн бергәләшеп туҡмас ҡырҡып гуманитар ярҙам әҙерләй. Был туҡмастың тәме бала саҡта бешерелгән аштағы кеүек буласаҡ, ти, ханымдар
Гуманитар ярҙам ойоштороуҙа һәр кем теләп ҡатнаша. Балалар илһөйәрлек хаҡында шиғырҙар һөйләй, һалдаттарға йылы йөкмәткеле хаттар яҙа.
Ҡулдан ҡырҡылған туҡмастың һәр йәймәһе - ул геройҙарыбыҙға һөйөү һәм хәстәрлек билдәһе, тип ҡыуанысы менән тип уртаҡлаша Заһира Үтәшева.
Мәмәктәр бөтә илебеҙ әсәләре һәм ҡатын-ҡыҙҙары кеүек яугиҙарҙың тыуған яҡҡа Еңеү менән ҡайтыуын ышаныс менән көтә. Һалдаттар нацистарҙы еңһен өсөн ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа.
Гүзәл Борханова