Республика йәмәғәтселеге Нурия Абдуллинаны һуңғы юлға оҙатты


Бөгөн киң йәмәғәтселек радио ветераны, алып барыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурия Абдуллинаны һуңғы юлға оҙатты. Оҙаҡ йылдар ауыр сир менән көрәшкәндән һуң арабыҙҙан киткән хеҙмәттәшебеҙ менән хушлашыу Башҡортостан асыҡ акционерҙар йәмғиәте бинаһы, телеүҙәк янындағы майҙанда уҙҙы. Хушлашыу сараһына уның яҡындары, хеҙмәттәштәре, яҡташтары һәм радио тыңлаусылар килде.

Үҙенең нурлы, яғымлы ихлас тауышы менән ул көн һайын төш ваҡытында миллиондарса кешенең өйөнә Ҡунағөй тапшырыуы менән ҡунаҡҡа килә ине. Йөрәктән, күңел түренән сыҡҡан үҙенә генә хас моңло тауышы менән гүйә һәр кемдең ҡаршыһына ултырып һөйләшә, күңелдәрҙе күтәрә..

Күңелдәргә нур өләшеп киткән Нурия Нәсибулла ҡыҙы менән хушлашырға уның яҡындары, Әлшәй районынан яҡташтары, килен булып төшкән ере Ейәнсуранан вәкилдәр һәм әлбиттә, уның менән бергә эшләгән хеҙмәттәштәре килде.

Нурия Абдуллина башлаған «Һөйөнсө, бәпес тыуған» рубрикаһы - «Юлдаш»тың әле лә программаһында. Ә бер ҡасан да эфир даръяларынан төшмәгәне, әлбиттә уның йырҙары.

Үҙешмәкәр композитор ижад иткән йырҙарҙың һәр береһе тиерлек хитҡа әйләнде.

«Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр?», Яңы йорт», «Ризыҡтарың өҙөлмәгән», «Ағиҙелгә ай төшкән», «Аҡ ҡайындар» ...

Нурия Абдуллина йырҙарын үҙе башҡарып та халыҡ күңелендә урын алды.

Нурия Абдуллина 1957 йылдың 15 мартында Әлшәй районы Баязит ауылында тыуған. Өфөләге 1-се интернат-мәктәпте тамамлаған. Артабан баш ҡалалағы музыка-педагогия училищеһында урта махсус һөнәри белем алып хеҙмәт юлын Ейәнсура районында башлаған. 1994 йылдан Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында музыка кабинеты методисы булып эшләгән. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһына эшкә 1996 йылда урынлашҡан. 20 йыл радиола эшләп хаҡлы ялға сыҡҡас та ул ижад итеүен дауам итә. Дини йүнәлештә лә белем алған - Рәсәй ислам институтын тамамлаған. Күп йылдар ауыр сир менән көрәшеп уны еңгән..

Нурия Нәсибулла ҡыҙы Әлшәй районы Баязит ауылында ерләнде.

Рәмилә Исмәғилева